Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе



Мәктәп, Ватан (2 сәғәт).

 

1 сентябрь – Белем байрамы. Ватан, мәктәп, уҡыу, уға мөнәсәбәт тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау һәм тәрәнәйтеү). Әҫәрҙең темаһы һәм төп фекере.

 

Йәйге хәтирәләр (5 сәғәт).

 

Башҡортостанда йәйге тәбиғәт, балаларҙың йәйге эштәре, ялы тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, әкиәттәр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. Темаға ҡарата һүрәттәр төшөрөү. Әңгәмәләр үткәреү.

Башҡорт телендә исем. Уның аңлатҡан мәғәнәләре. Берлек һәм күплек мәғәнәләре. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар(ялғауҙар). Әҫәрҙең темаһын төп фекерен билдәләү күнекмәләре.

 

Тәбиғәт бүләктәре (4 сәғәт).

 

Матур әҙәбиәттә көҙҙөң сағылышы. Башҡортостанда көҙгө тәбиғәт, балаларҙың һәм ололарҙың көҙгө эштәре, көҙгө байлыҡ тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. “Көҙ” темаһына ҡарата экскурсиялар ойоштороу, япраҡтарҙан коллекциялар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, ижади эштәр күргәҙмәһе ойоштороу.

Исем. Уның мәғәнәләре. Исемдең килеш менән үҙгәреше, килеш мәғәнәһен күрһәтеүсе саралар(ялғауҙар). Уҡылған әҫәр буйынса план төҙөү, план буйынса һөйләү һәм яҙыу. Тәьҫораттар буйынса һорауҙар биреү, уларға яуаптар табыу.

 

Илем тарихы – халҡым тарихы (6 сәғәт).

 

Халҡыбыҙҙың ауыр үткәне, михнәтле тормошо, азатлыҡ өсөн көрәше, билдәле шәхестәре тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Гәзит һәм журналдарҙан темаға ярашлы материалдар йыйыу, альбом төҙөү.

Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше, уның мәғәнәләре. Сифат, уның мәғәнәләре, һөйләмдәге роле. Предметты һүрәтләү. Коллектив рәүештә төҙөлгән план буйынса изложение яҙыу.

 

 

Тормош – ижад (2 сәғәт).

 

Башҡорт халҡының талантлы ижад кешеләре тураһында уҡыу һәм һөйләү. Ижад төрҙәре менән таныштырыу. Ижад кешеләре тураһында ҡыҫҡаса белешмәләр төҙөү.

Сифат дәрәжәләре. Сифаттың дәрәжә менән үҙгәрешен практик күҙәтеү. Ҡылым. Уның мәғәнәләре. Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡта килеүе. Тема буйынса план төҙөү һәм бәләкәй күләмле инша яҙыу.

 

Йәшәү – Ватанға хеҙмәт итеү (4 сәғәт).

 

Илебеҙ халыҡтарының хеҙмәте, бөгөнгө көн геройҙары, уларҙың Тыуған илгә, хеҙмәткә, уҡыуға ҡарашы; балаларҙың хеҙмәте тураһында әҫәрҙәр уҡыу. Данлы кешеләр менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.

Ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Заманды күрһәтеүсе саралар (ялғауҙар). Текстың йөкмәткеһен төрлө заманда һөйләү. Текстағы һүрәтләү саралары. Изложение һәм инша яҙыу өсөн материал йыйырға өйрәтеү.

 

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә (4 сәғәт).

 

Кешенең яҡшы һәм насар сифаттары тураһында әкиәттәр уҡыу, йомаҡтар ҡойоу, мәҡәлдәр, көләмәстәр менән эште дауам итеү. Шуларға нигеҙләнеп, һығымталар яһарға өйрәтеү, яҡшы сифаттар тәрбиәләү. Әкиәттәр буйынса инценировкалар төҙөү һәм сығыш яһау, әкиәттәргә, йомаҡтарға, мәҡәлдәргә бағышланған иртәлектәр ойоштороу.

Ҡылым. Уның зат, һан, заман, барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләре. Текстан образлылыҡ сараларын һайлап ала белеү һәм уларҙы ҡулланыу. Иптәшеңдең яҙғанын тикшереү һәм камиллаштырыу күнекмәләре.

 

Бурай-бурай ҡарҙар яуа (5 сәғәт).

 

Башҡортостанда ҡыш, уның билдәләре. Ололарҙың һәм балаларҙың ҡышҡы эштәре, уйындары; ҡышҡы байрамдар тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Ҡышҡы тәбиғәткә экскурсия ойоштороу, альбомдар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Һан һәм уның төркөмсәләрен практик үҙләштереү. Цифрҙар менән бирелгән һандарҙы һәм уларҙың ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу күнекмәләре биреү. Автобиографияны һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу.

 

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (4 сәғәт).

 

Тыныслыҡ, халыҡтар араһында дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам, берҙәмлек тураһында шиғырҙар, мәҡәләләр, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. “Илебеҙ тыныс булһын” темаһына альбом төҙөү.

Алмаш. Зат алмаштарын практик ҡулланырға өйрәтеү. Текстан кәрәкле урындарҙы һайлап уҡыу. Иптәшең йәки үҙең яҙғандарҙы камиллаштырыу өҫтөндә эште дауам итеү.

 

Сәсәндәрҙән һүҙ ҡалыр (3 сәғәт).

 

Сәсәндәр тураһында белешмә. Күренекле сәсәндәрҙең тормошо һәм ижады. Балаларҙың сәсәнлек ижады.

Рәүеш. Рәүеш аңлатҡан мәғәнәләрҙе практик үҙләштереү. Сәсәндәр ижады буйынса альбом төҙөү.

 

Балдай татлы һыуҙарым (5 сәғәт).

 

Башҡортостандың йылғалары һәм күлдәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тыуған төйәктәге йылға, күлдәр, шишмәләр тураһында альбом әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү.

Ярҙамсы һүҙҙәр, уларҙың мәғәнәләре, һөйләмдәге роле. Әҫәрҙәге геройҙарға элементар характеристика бирергә өйрәтеү.

 

Башҡортостан ҡалалары (2 сәғәт).

 

Башҡортостандың ҡалалары тураһында әҫәрҙәр уҡыу, белешмәләр алыу һәм һөйләү. Башҡортостан ҡалаларына арнап альбомдар төҙөү, стендтар эшләү.

Ымлыҡтар, уларҙың мәғәнәләре һәм һөйләмдәге роле (практик үҙләштереү). Урынды һүрәтләргә өйрәтеү.

 

8 март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө (2 сәғәт).

 

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың данлы эштәре, яҡшы сифаттары, уҡыусы ҡыҙҙар тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “8 март – әсәйҙәр байрамы” темаһына иртәлек ойоштороу, данлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.

Һөйләм. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр өҫтөндә практик эштәр. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш.

 

Башҡортостан мәҙәниәте (5 сәғәт).

 

Башҡортостандың мәҙәниәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Башҡортостандың яҙыусыларына, композиторҙарына, артистарына бағышлап альбомдар төҙөү, улар менән осрашыуҙар үткәреү.

Һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре менән практик танышыу һәм уларҙы ҡулланыу. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эште дауам итеү.

 

Тәбиғәттең теле асылған саҡ (5 сәғәт).

 

Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре; ололарҙың һәм балаларҙың яҙғы эштәре; ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “Яҙғы моңдар” темаһына әҙәби монтаж әҙерләү һәм сығыш яһау. Тәбиғәткә экскурсия, шуның буйынса әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү.

 

 

Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр. Уларҙың телмәрҙәге роле. Бәйләнешле текст өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү.

Кеше – кеше булһын.

Кешеләрҙең һәйбәт һәм яман сифаттары, тәрбиәлелек, кешеләргә һәм тәбиғәткә яҡшы мөнәсәбәт тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “Кеше һәр яҡтан да камил булырға тейеш” тигән темаға альбом төҙөү, әңгәмәләр үткәреү.

Һөйләм киҫәктәре. Һөйләмдең тиң киҫәктәре менән практик таныштырыу һәм уларҙы үҙләштереү, ҡулланыу. Бәйләнешле текст өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү.

 

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы.

Беренсе Май – дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек көнө. Халыҡтарҙың дуҫлыҡҡа ынтылышы. “Беренсе Май” темаһына әҙәби монтаж, сығыш яһау.

Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр буйынса практик эштәр. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәтен күҙәтеү һәм үҙләштереү.

 

Һаумы, йәмле йәй!

Йәйге күренештәр; уҡыу йылының һөҙөмтәләре; йәйге эштәр; йәйгә план-хыялдар хаҡында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тәбиғәткә экскурсия, уның һөҙөмтәләре буйынса әңгәмәләр үткәреү.

Башҡорт теле буйынса бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау.

 


Дата добавления: 2015-12-17; просмотров: 1; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!