Декрет об отделении церкви от 1 страница



Динен ойоштороусы

Мөхәммәт пәйғәмбәр тыуған йыл “фил” йылы тип тә атала. Быға бәйле ваҡиға риүәйәттәрҙә һаҡланып ҡалған. Көнъяҡ Африка яҙыусыһы Джон Гилкрист “фил” йылына ҡағылған ваҡиға тураһында былай тип яҙа:

 

“Абиссинияның (Эфиопия, ғәрәпсә - Хәбәшстан) яңы батшаһы Авраам, үҙе христиан (ғәрәпсә - насара) булараҡ, христиан динен бөтә Ғәрәбстан ярымутрауына таратмаҡсы була. Ул Сана ҡалаһын ғәрәптәрҙең сауҙа үҙәгенә әйләндерергә уйлай. Был ҡалала батша матур һәм иркен собор төҙөтә, һәм ғәрәптәрҙе шунда ғибәҙәт ҡылырға өйрәтмәксе була. Сауҙа үҙәге төҙөлөп бөткәс тә Авраам бөтә ғәрәптәргә йыл да соборға килеп ғибәҙәт ҡылырға һәм сауҙа эшен ошо ҡалала башҡарырға тигән әмер яҙып тарата. Ләкин әллә ни үҙгәреш булмауын күреп, бөтә ғәрәп ырыуҙарына электән билдәле булған ғибәҙәт урыны - Мәккәләге Ҡәғбәне барып емерергә әҙерләнә. Атлы һуғышсылар йыя һәм бер һуғыш филен эйәртеп Мәккәгә ҡарай юл тота. Мәккәгә етмәҫ борон Муһаммис ҡалаһын ҡулына төшөрә, уны талай. Ике ҡала араһында утлап йөрөгән Ғәбделмоталлибтың ике йөҙ дөйәһен үҙләштерә һәм Мәккәгә яҡынлай. Ҡалаға инмәҫ элек көрәйештәргә: “мин һеҙҙең менән һуғышырға килмәнем, ә Ҡәғбәне ватып ҡайтырға килдем, һеҙ миңә ҡамасауламағыҙ, һуғышсыларығыҙ ваҡытлыса ҡаланан сығып торһон” тип сәләм ебәрә һәм берәй вәкилен йәки вәкилдәрен ебәрергә ҡуша. Осрашыуға Ғәбделмоталлиб килә. Ул дөйәләрҙе кире ҡайтарыуҙы талап итә һәм ҡораллы халыҡты ҡаланан сығарып торорға ризалыҡ бирә. Ҡайтыр юлда баҫҡынсыларҙың фил йөрөтөүсе менән осраша, ниҙер әйтә, нимәлер бирә.

Авраамдың хәрби көсө Мәккәгә инер алдынан ғына, алда барған фил хужаһы Нафаилдың шыбырлауын тыңлап, фил тубыҡлана һәм алға барыуҙан баш тарта. Нисек кенә туҡмаһалар ҙа фил ыңғайламай. Уға ҡарап аттар ҙа алға барыуҙан баш тарта. Көн буйы этләнәләр, тик бер-ниндәй ҙә файҙа булмай. Хайуандарҙың ныҡ ҡарышыуын күҙәтеп торған һуғышсыларҙың да йөрәгенә ҡурҡыу төшә, кире боролорға кәрәк, тип ҡысҡырыша башлайҙар. Шулай итеп, Авраам  һәм уның һуғышсылары кире боролорға мәжбүр була. Бына шулай итеп Мәккәләге Ҡәғбә онталыуҙан ҡотола. Ҡәғбәне Тәңре ҡотҡарҙы тип һанап, ошо йылды көрәйештәр“фил” йылы тип атай башлайҙар (3, 1 бүлек).

 

Һуңыраҡ был ваҡиға “Фил” (әл-фил) сүрәһендә сағылыш тапҡан.

 

 “Бисмилләһир-рахманир-рәхим! Фил хужаларын Раббыңдың ни эшләткәнен күрмәнеңме ни һин? Уларҙың хәйләләрен юҡҡа сығарманымы ни ул?

                              “Ҡөръән Кәрим”, 105:1-2 .

Тап ошо “фил” йылында, Ғайса (Иисус) пәйғәмбәрҙең тыуыуына 570 йыл үткәс,  Мәккә ҡалаһында яҙҙың беренсе айының (рабиғыл-әүүәл) ун икенсе көнөндә Мөхәммәт пәйғәмбәр донъяға килә. Милләте буйынса ғәрәп, ҡәбиләһе - көрәйеш. Атаһы - Ғабдулла, уның атаһы - Ғәбделмоталлиб, уның атаһы - Һашим, уның атаһы - Ғәбделманаф, уның атаһы - Кусай, уның атаһы - Киләп, уның атаһы - Мөрит (4:132).

Әсәһе - Әминә Ваһап ҡыҙы. Атаһы Ғабдулла, Мөхәммәт пәйғәмбәр тыумаҫ элек үк, Мәҙинә ҡалаһына барғанда вафат була. Ошо арҡала баланы тәрбиәгә Ғәбделмоталлиб ҡартатаһы ала, исемде лә үҙе ҡуша. Балаға биш йәш тулып үткәндә әсәһе Әминә вафат булып ҡуя. Тағы ла өс йыл үткәс, ҡартатаһы Ғәбделмоталлип та был фани донъяны ташлай. Етем бала  Мөхәммәт ағаһы Абуталип тәрбиәһенә күсә. Абуталип Ғабдулланың бер туған ҡустыһы була. Шулай итеп, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм егерме биш йәшенә тиклем Абуталиб өйөндә, уның тәрбиәһендә була.

Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең кешелек сифатларын килгәндә, ул “бик матур йөҙлө, һәйбәт холоҡло була, иптәштәре араһында намыҫлығы һәм тоғролоғо булыуы менән айырылып тора. Уны һәр кем ярата һәм тоғролоҡло тип атай. Ул һындарға табынмай, уларҙың исеме менән ант итмәй” (5:7).

Мөхәммәткә ун һигеҙ йәш тирәһе булғанда, Мәккәлә ҡалаһында егет кешегә ныҡ ҡына тәъҫир иткән бер ваҡиға булып ала. Йемендән килгән бер сауҙагәр көрәйеш ырыуынан булған Әл-әс ибн Ваил тигән берәүгә тауарын һата, Тегеһе, төрлө сәбәп табып, аҡса түләүҙән баш тарта. Сауҙагәр ялыу менән Көрәйеш ҡәбиләһе етәкселәренә мөрәжәғәт итә. Ҡор ағзалары булып торған Һашим ырыуы кешеләре сауҙагәрҙе яҡлап сығалар һәм аҡса түләүҙән баш тартҡан ырыуҙашын табып, тауар хаҡын тулыһынса түләргә мәжбүр итәләр. Был турала ишеткән Мөхәммәт бик шатлана, һуңыраҡ ҡәрҙәштәренең намыҫлы булыуы менән ғорурланып һөйләп йөрөр булған, сөнки үҙе лә ғәҙеллекте ныҡ ярата, намыҫлы егет булып таныла. Намыҫлы һәм һәйбәт холоҡло егет тураһында ишеткән сауҙагәр Хәҙисә (ғәрәпсә: Хадиджа) ханым табыш-килемдән сығып түләү шарты менән Мөхәммәтте эшкә ала һәм сауҙа итергә Сурияға ебәрә. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм был эште бик тырышып башҡара, шул арҡала сауҙа элеккегә ҡарағанда ла ҙурырыҡ табыш килтерә башлай. Үҙ аллы яҙыу-һыҙыуға өйрәнә. Уның менән бергә йөрөгән Хәҙисәнең Мәйсара исемле хеҙмәтсеһе ҡайтҡан һайын Мөхәммәтте хужабикәһенә бик маҡтап һөйләй, бик намыҫлы һәм тоғро кеш икәненә баҫым яһай. Тора-бара Хәҙисәгә Мөхәммәд үҙ кеше, яҡын ярҙамсы һәм кәңәшсе булып китә. Дуҫлыҡтан мөхәббәт сатҡылары ярала. Оҙаҡламай Мөхәммәт Хәҙисәгә өйләнә. Был ваҡытта Мөхәммәткә - 25, ә Хәҙисәгә 40 йәш тулған була.

Хәҙисә үҙе лә бик уңған, игелекле, изгелекле, яҡшы һәм шат күңелле кеше була. Был никах уға бәхет килтерә, байлығын арттыра. Уларҙың Ҡасим, Ғабдулла, Зәйнәп, Раҡия, Өммөгөлсөм, Фатима исемле балалары була. Бәлиғ булғас, Фатима атаһының алыҫ туғаны Ғәли бин Абуталипҡа кейәүгә сыға.

Мөхәммәттең малайҙары бала саҡта уҡ, ә ҡыҙҙары кейәүгә сыҡҡас та бер-бер артлы вафат булалар, бары тик Фатима ғына атаһының вафатына тиклем йәшәп, тағы алты ай үткәс, был донъя менән хушлаша.

Йәштән үк Мөхәммәт пәйғәмбәр кешеләрҙән айырылып китеп яңғыҙ уйланып йөрөргә ярата. Ҡайһы саҡ Мәккәғә яҡын ғына урынлашҡан Һира тауында йөрөп ала. Бер-нисә тапҡыр аҙыҡ-түлек алып, ошо тауҙың мәмерйәһенә инеп ултыра, тормош-көнкүреш тураһында уйлана. Бында тыныс була: ҡайҙандыр килеп, тау ҡыуышына инеп, ҡамасаулап йөрөүсе кеше булмай. Бер көнө тау ҡыуышында ятҡанда уның янында Ябраил фәрештә пәйҙә була һәм бер ҡағыҙ киҫәге биреп уҡырға ҡуша. Мөхәммәд пәйғәмбәр: “Мин уҡый белмәйем”, - тип яуап бирә. Ябраил тағы ҡабатлап әйтеп уҡырға ҡуша. Шул саҡ  Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең зиһене асылып китә һәм хәрефтәрҙе танып уҡый башлай. Ҡағыҙҙа уның Аллаһ рәсүле (илсеһе) булып һайланыуы тураһында яҙылған була. Ябраил китеп юғалғас та ул ҡурҡа-ҡурҡа тауҙан төшөп өйөнә йүгерә һәм Хәҙисәгә ҡурҡыу ҡатыш тулҡынланып яңы ғына булған хәл-ваҡиғаны һөйләп бирә, бик ныҡ ҡурҡыуын аңғарта. Хәҙисә иренә ҡарап:“ Ҡәҙерлем, һин киреһенсә шатланырға тейешһең, сөнки тиҙҙән үҙең пәйғәмбәр буласаҡһың “- ти. Шунан Хәҙисә ирен өлкән генә йәштәрҙәге ағайына алып китә, шунда кәңәш тоторға булалар. Хәҙисәнең ағаһы Уараҡа ибн Нәүфәл бик уҡымышлы, күпте белгән, күпте күргән ил ағаһы, халҡының һындарға табыныуына риза булмайынса христиан (насрани) диненә күскән кеше була. Барыһын да һорашып алғас ул: “Кейәү! Һинең эргәңә Ябраил фәрештә килеп киткән икән. Ул өйрәткән юл менән барғанда һиңә күп ҡаршылыҡтар осрар, хатта һине ҡыуып ебәрерҙәр. Ләкин мин һине, һинең мосолманлыҡҡа күскән көндәреңә тиклем йәшәй алһам, ярҙам итергә һүҙ бирәм”, - тип әйтә һәм эште ниҙән башлау тураһында кәңәш бирә. Бына шунан һуң ғына Мөхәммәт пәйғәмбәр Аллаһ һүҙҙәрен кешеләргә еткерергә бурыслы икәнен, был эштең башы еңел булмаясағын аңлай, шулай ҙа тырышлыҡ менән барғанда яңы йүнәлештәге эш ыңғай килеп сығарына инана. Артабан Аллаһы Тәғәләнең һүҙҙәре уға көн дә ишетелә башлай. Аллаһтың һүҙе буйынса бер көнө Сайа тауына туғандарын, дуҫ-иштәрен саҡырып ислам юлын бәйән итә. Барыһы ла өндәшмәй генә тыңлайҙар, ризалыҡтарын белдерәләр, уның артынан эйәрергә булалар. Ошо ваҡыт Мөхәммәттең ағаларының береһе Әбү Ләһаб уға ҡаршы сыға, ҡәһәрләй, халыҡты Мөхәммәткә эйәрмәҫкә өндәй. Артабан ул Мөхәммәткә ҡаршы халыҡты ҡоторта, хатта уны нисек үлтереп һалыу юлдарын уйлай. Ләкин был ҡара уйы, Аллаға шөкөр, тормошҡа ашмай ҡала.

Ҡаршы килеүселәр булһа ла Исламды ҡабул итеүселәр ҙә табыла. Исламды ҡабул иткән беренсе ир кеше Әбүбәкер әс-Ситдыҡ булып, уның артынса ҡатыны Хәҙисә, унан һуң Мөхәммәдтең ике туған ҡустыһы Ғәли ибн Әбүталип ислам ҡанундарына бойһонорға ризалыҡ бирәләр, намаҙ уҡыуҙы көндәлек тәртипкә керетәләр. Ғәлинең атаһы Абуталип мосолман булырға ризалыҡ бирмәй, әммә Мөхәммәт пәйғәмбәргә ярҙам итеп торорға вәғәҙә бирә. Ул ысынлап та пәйғәмбәрҙең яҡын ярҙамсыһы булып китә, йәшертен рәүештә кешеләрҙе исламды ҡабул итергә саҡыра. Уның тырышлығы арҡаһында бер-нисә тиҫтә кеше, атап әйткәндә, Ғосман ибн Әффан, Әз-Зөбәйер ибн Әл Әүвам, Муса ибн Ғүмәр, Сәғәҙәт ибн Әбүбәккәс, Әммар ибн Ясир, Билал ибн Рабах һәм башҡалар  мосолманлыҡҡа күсә.

Тәүге ваҡыттарҙа уларҙың туғандары, ҡәрҙәштәре ислам ҡабул иткәндәрҙе үҙ итмәйҙәр, әрләйҙәр, йәберләйҙәр, хатта уларҙы язалауға барып етәләр. Бай ғаиләнән булып ебәктән генә кейенеп йөрөгән егет Муса ибн Ғүмәрҙе алама кейемдәр кейҙереп бәйләп ултырталар һәм икмәк-һыу менән генә тоталар, туғандары унан исламдан баш тартыуҙы талап итәләр. Ләкин ул барыһына ла түҙә һәм мосолман булып ҡалыуын дауам итә.

Билал Рабах улын сисендереп һәм бәйләп ҡыҙған ҡояш нуры аҫтына ҡомға ташлайҙар, күкрәгенә ауыр таш баҫтыралар. Ләкин ул иҫен юғалтҡанда ла: “Аллаһ берәү, унан башҡа илаһ юҡ”, - тип ҡабатлауын белә.

Сәғәҙәт Әбүбәккәс улының исламды ҡабул итеүен ишеткән әсәһе бик асыулана. Сәғәҙәтте туғандары көн дә туҡмайҙар, ябып ҡуялар, ас тоталар. Бер төндә ул ишекте ҡайырып асып ҡасып китә, ләкин ислам диненә тоғро булып ҡала.

Әммар исемле егет үҙе генә исламды ҡабул итеп ҡалмай, атаһы Ясирҙы һәм әсәһе Сөммиәне мосолман булырға күндерә. Бер һүҙ менән әйткәндә, ниндәй генә ҡаршылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан ислам дине таралыуын дауам итә. Быны күреп-белеп йөрөгән көрәйеш ырыуы аҡһаҡалдары Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе яратмайҙар, уны язаға тарттырырҙар ине - халыҡтың күтәрелешенән ҡурҡалар. Уйлай торғас пәйғәмбәр менән һөйләшеп ҡарар өсөн Өтбә ибн Рабияны илсе итеп ебәрәләр. Өтбә Мөхәммәткә ошондай һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итә: “Эй, энекәшем минең! Һин үҙ ырыуыңда ниндәй хөрмәткә лайыҡ инең! Беләһең бит! Ләкин үҙ ырыуыңа, халҡыңа ислам тип аталған ҡот осҡос дин килтерҙең, йәмғиәтте икегә бүлдең, уларҙы наҙанлыҡта ғәйепләнең, аллаларын, һындарын һанға һуҡманың. Шулай ҙа беҙ һине үҙебеҙҙең кеше итеп һанап һөйләшеп алырға, тәҡдим яһарға булдыҡ.


Дата добавления: 2020-04-25; просмотров: 148; Мы поможем в написании вашей работы!

Поделиться с друзьями:






Мы поможем в написании ваших работ!